"Тылсымлы сәғәт" Яңы йыл иртәлеге!
Декабрь 31, 2025
Просмотров: 21
"Тылсымлы сәғәт" Яңы йыл иртәлеге!
Яңы йыл – балаларҙың бик көтөп алған иң мөғжизәле байрамы! Байрамса биҙәлгән залыбыҙ өлкән төркөм һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмөн күңелле музыка һәм сағыу уттар менән ҡаршы алды.
Балалар "Өс бесәй" һәм Злюка менән бергә тылсымлы әкиәт иленә сәйәхәт иттеләр, йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө донъяһына сумдылар.
Йәш тамашасыларыбыҙ өсөн иң тулҡынландырғыс мәл — Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың килеүе булды. Ҡыш бабайҙың ҡулынан тәмле бүләктәр алыу һәр баланың күңелендә онотолмаҫлыҡ шатлыҡ уятты!
Барығыҙҙы ла етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ!