1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Ололар көнө менән!

Ололар көнө менән!

Октябрь 1, 2021 Просмотров: 396
Алтын көҙ… Ғүмер көҙө ул бихисап матурлыҡ, бай  мәғәнәгә  тулы, сөнки кеше был мәлдә сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерә; уңыштарын барлап, тормош  тәжрибәһен башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле осоро һәм ул шуның менән бәхетле.

Ошо иҫтәлекле дата менән ер йөҙөндәге барлыҡ өләсәй-олатайҙарҙы, инәй-бабайҙарҙы  ысын күңелдән ихлас тәбрикләйбеҙ.  Алдағы көндәрҙә лә иҫәнлектә-һаулыҡта, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа тағы ла оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын.

Йылдар үтә тиеп борсолмағыҙ —
Йылдар үтеү бер ни түгел ул.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү —
Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул!