Ватанды һаҡлаусылар көнө!
Февраль 22, 2022
Просмотров: 292
Кескәй йөрәгендә тыуған илгә ҡарата һөйөү, тоғролоҡ, уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлауға әҙерлек, өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләү балалар баҡсаһынан башлана.
Беҙҙең балалар баҡсаһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған матур иртәлектәр үтте!
Балалар төрлө уйындар аша үҙҙәренең көстәрен һынап ҡаранылар, атай - олатайҙарға арнап шиғырҙар ятлап, йырҙар йырланылар. Уйындарҙан бер бала ла ситтә ҡалманы, бик теләп ҡатнаштылар. Буласаҡ һалдаттарҙы - малайҙарҙы ҡотлап ҡыҙҙар бейеү бүләк иттелэр. Байрам күңелле үтте!
Ил һаҡсылары көнө менән ҡотлайбыҙ!!!