«УРАЛ БАТЫР» ЭПОСЫН ҺӨЙЛӘҮСЕ ЙӘШ СӘСӘНДӘРҘЕҢ КОНКУРСЫ ҮТТЕ.
«УРАЛ БАТЫР» ЭПОСЫН ҺӨЙЛӘҮСЕ ЙӘШ СӘСӘНДӘРҘЕҢ КОНКУРСЫ ҮТТЕ.
"Урал батыр" эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурстары республикабыҙҙа йыл да үткәрелеп тора.
"Күбәләк" балалар баҡсаһы кескәйҙәре лә был конкурстан ситтә ҡалманылар! Жюри ҡарары буйынса түбәндәге урындар билдәләнде:
Юлбарисов Ислам - III-урын,
Абдуллина Ләйсән - III-урын,
Иҫәндәүләтова Элина - III-урын,
Урманова Айгөл - II-урын,
Хисмәтуллина Айгизә - II-урын,
Сафина Элеонора - II-урын,
Икужина Самира - I-урын,
Тимербулатов Шамил - I-урын.
ГРАН-ПРИ - Сыңғыҙов Радмир һәм Кильдина Ҡәҙриә!!!
Еңеүселәрҙе уңыштары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм муниципаль этапта ла еңеүгә өлгәшеүҙәрен теләп ҡалабыҙ!