1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Ағинәйҙәр ҡоро беҙҙә ҡунаҡта

Ағинәйҙәр ҡоро беҙҙә ҡунаҡта

Февраль 3, 2019 Просмотров: 79

Һәр бала әсә телен, туып үҫкән еренең йолаларын белеп үҫергә тейеш. Тап ошо маҡсатҡа таянып беҙҙең "Күбәләк" балалар баҡсаһына Сәреүәр Мөдәрис ҡыҙы Иҙелбаева етәкселегендәге Ағинәйҙәр ҡоро килеп бик матур, йөкмәткеле йолалар күрһәттеләр. Балалар баҡсаһы тәрбиәнеүселәренә бигерәк тә "Ҡаҙ өмәһе", "Килен төшөрөү ", "Бәпескә исем ҡушыу " йолалары күңелдәренә хуш килде. Ә инде Борис Мухамет улының шиғырҙарын бер тыналыштан ихлас тыңланылар.
Ҡунаҡтарыбыҙ балаларға үҙҙәре бешергән тәмле йыуасанан ауыҙҙ иттерҙеләр. Ҡунаҡ ашы -ҡара ҡаршы, тиҙәр ололар. Беҙҙә ҡунаҡтарҙы өҫтәл янына саҡырып, әңгәмәләшеп уларҙан бик фәһемле кәңәштәр алдыҡ.
Башҡорт йолаларын тергеҙеп, беҙҙең киләсәк быуынға еткереүсе Ағинәйҙәребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Уларға артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ һәм тағы ла ҡунаҡҡа килеүҙәренә ҙур өммөттә ҡалабыҙ.