1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Яңы йылды" ҡаршылайбыҙ"

"Яңы йылды" ҡаршылайбыҙ"

Декабрь 28, 2022 Просмотров: 55
"Яңы йылды ҡаршылайбыҙ,
Шыршы уттары әҙер.
Ҡарһылыу ҡыҙын эйәртеп
Ҡыш бабай килә хәҙер", - тигән шиғыр юлдары менән башланып китте Яңы йыл иртәлеге.
Байрам бик күңелле барҙы: балалар ҡупшы шыршыға арнап матур йырҙар йырланылар, тамашаға ҡунаҡҡа килеп эләккән ҡуян, бүре, төлкө "Ҡар йомғаҡтары" уйындарын уйнап ихлас ҡыуандылар.
Балаларҙың Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ҡушылып дәртле бейеүҙәре Яңы йыл байрамына йәм өҫтәне. Яңы йыл байрамы аҙағында,Ҡыш бабайҙан алған бүләктәргә балалар ихлас ҡыуанып, байрамдың мөғжизәгә бай, сихри мәл икәненә ышанып , күтәренке кәйеф менән таралыштыла.