1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. М.КӘРИМДЕҢ 100 ЙЫЛЛЫҒЫ АЙҠАНЛЫ ОСРАШЫУ ҮТТЕ

М.КӘРИМДЕҢ 100 ЙЫЛЛЫҒЫ АЙҠАНЛЫ ОСРАШЫУ ҮТТЕ

Октябрь 29, 2019 Просмотров: 49

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың 100 йыллыҡ юбилейына арналған район сараларына килгән Башҡортостан Республикаһы телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы буйынса дәүләт комиссияһы ағзаһы, шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса Башҡортостан хөкүмәте эргәһендәге халыҡ-ара ойоштороу комитеты ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова менән 24 октябрь көнө “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре осрашыу үткәрҙе. 
Балалар М.Кәрим әҫәрҙәре буйынса өҙөктәр сәхнәләштерҙе, шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. 
Ғилманова Ш.Ғ. үҙ сығышында балаларҙы бөйөк шағирыбыҙҙың ижадын артабан да ныҡлы өйрәнергә саҡырҙы, балалар баҡсаһына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.