1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Ҡанат ҡаҡты "Рух ҡошо"!

Ҡанат ҡаҡты "Рух ҡошо"!

Декабрь 9, 2019 Просмотров: 70

Баймаҡ телевидениеһы ойошторған “Рух ҡошо” телевизион конкурсы икенсе йыл шиғриәт һөйөүселәрҙе бер майҙанға туплай. Конкурсанттар йыл дауамында студияға килеп шиғыр һөйләп яҙыла, интернет киңлектәрендә тауыш йыя. 13 ноябрҙә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған бәйгегә йомғаҡ яһалып, Гала-концерт үтте. Конкурста 43 шиғриәткә ғашиҡ яҡташыбыҙ ҡатнашты. Шуларҙың береһе - беҙҙең коллегабыҙ Гөлдәр Рамаҙан ҡыҙы Сыңғыҙова. Был юлы ла ул “Рух ҡошо” телевизион конкурсында ҡатнашып "Әүҙем ҡатнашыусы дипломы менән" буләкләнде. Уға артабан да ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ!!!