1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 17 апрелдә республикала Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнде

17 апрелдә республикала Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнде

Апрель 25, 2020 Просмотров: 60

Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар.