"Ағинәйҙәр"
Февраль 20, 2023
Просмотров: 55
#ППМИРБ
#ППМИ2023
#Ағинәйҙәрҡоро
"Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы -2023" проектын яҡлап, "Күбәләк" балалар баҡсаһында Баймаҡ ҡалаhы "Ағинәйҙәр" ҡоро йәмәғәт ойошмалары менән бик фәһемле осрашыу ойошторолдо.
Ватанды һаҡлаусылар көнөн һәр кемебеҙ оло түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Батырҙарға борон - борондан халҡыбыҙ ҙур ихтирам менән ҡараған, ул турала ҙур ғорурлыҡ менән йәш быуынға еткерә килгән. Был мәртәбәле сарала ла өлкәндәр һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө балаларына ҡәһәрле һуғышҡа үҙҙәренең ҙур өлөшөн индергән яҡташ батырҙарыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт еткерҙеләр. "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Хөрмә Биктимерова, ағҙалары: Ғәйниямал Ишалина, Сәрүәр Иҙелбаева, Сәкинә Иҫәнғолова, Софья Асанова, Клара Урыҫбаевалар ҡалабыҙҙа батырҙар исемен йөрөткән урамдар: С. Юлаев проспекты, М. Гәрәев, А. Матросов, М. Шайморатов, Т. Кусимов, Б. Мәмбәтҡолов, Ә. Әлибаев, Т. Миңлеғолов, С Чекмарев тураһында ентекле бәйән иттеләр. Ғәйниямал Ишалина мондалинала өҙҙөрөп Салауат батыр тураһында бүләк иткән йыр -ҡобайыр - күңелдәргә хуш килде. Ҡунаҡтар ярҙамында ойошторолған мини - викторинала балалар үҙҙәренең әүҙемлеген күрһәтте. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған был сара Шайморатов йыры менән тамамланды һәм балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ошо мәртәбәле сараны ойоштороусы, кескәй балаларыбыҙ күңеленә патриотик тәрбиә өҫтәүсе "Ағинәйҙәр" гә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Артабанғы эштәрендә уңышлыҡтар теләп ҡалабыҙ.