“Эш бөткәс, уйнарға ла ярай”
Октябрь 30, 2023
Просмотров: 85
“Эш бөткәс, уйнарға ла ярай” - ти, халыҡ мәҡәле. Көҙгө уңышты йыйып алып бөткәс, беҙҙә лә тәрбиәләнеүселәребеҙ өсөн уңыш байрамы гөрләп үтте. Көҙ темаһына бәйле төрлө уйындар уйнап, шиғырҙар һөйләп, күңелле йырҙар һәм дәртле бейеүҙәр башҡарып күңел асты балалар.
Балалар баҡсаһындағы байрам - ул һәр ваҡыт ғәжәп мөғжизәләр, тылсымлы буяуҙар, тәрбиәләнеүселәрҙең яңғырауыҡлы көлөүе, йылмайыу һәм күңел асыу диңгеҙе. Көҙ күңелһеҙ ваҡыт тип әйтһәләр ҙә, балалар, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, аяҡ аҫтындағы алтын япраҡтарҙың шаулауына, ямғыр яуыуына шатлана ала. Бына ни өсөн балалар баҡсаһында көҙ байрамы беҙҙең балаларҙың иң яратҡан байрамдарының береһе булып тора.