1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Мәһәҙиев Искәндәр - АФАРИН!

Мәһәҙиев Искәндәр - АФАРИН!

Апрель 25, 2024 Просмотров: 8
2024 йылдың 23-24 апрелендә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр араһында район конкурсы үтте. Унда балалар баҡсаһы һәм мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Барлығы 20 яҡын бала сығыш яһаны. Һәр ҡатнашыусы үҙенең һәләтен, һөйләү оҫталығын юғары кимәлдә күрһәтте.
Беҙҙең "Күбәләк" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә был конкурстан ситтә ҡалманылар, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп - Мәһәҙиев Искәндәр 3- се урынға лайыҡ булды, ә Вәлиева Карина һәм Абдуллина Сафия ҡатнашыусы дипломын алып ҡайттылар.
Афариндар! Киләсәктә тағы ла яулайһы уңыштарығыҙ күп булһын!
Тәрбиәселәр Көнһылыу Ильшат ҡыҙына, Рита Иҙел ҡыҙына, Рәмилә Сәләх ҡыҙына һәм балаларҙың ата-әсәһенә ҙур рәхмәт!