1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Яңы йыл байрамдары!

Яңы йыл байрамдары!

Декабрь 26, 2025 Просмотров: 86
Яңы йыл иртәлҽктәрҽ - балаларҙың көтөп алған байрамы. Балалар янына Ҡыш бабай , Ҡарһылыу  ,  хатта әкиәт геройҙары - Свинка Пеппа менән Джордж, Ҡуянҡай ҙа килеп етте. Әлбиттә, балалар байрамдың төп ҡунағы - шыршыны маҡтап йырҙар йырланылар, һағынып көткән Ҡыш бабайға шиғырҙарын һөйләнеләр, һөнәрҙәрен күрһәттеләр, күңелле уйындар уйнанылар. Байрам аҙағында барыһы ла Ҡыш бабайҙан күстәнәстәр алып ҡыуанды. Матур һәм тылсымға сорналған байрам балаларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
  Етеп килгән Яңы 2026 йыл  менән барығыҙҙы ла ҡайнар ҡотлайбыҙ. Киләһе йылыбыҙ уңышлы һәм тыныс булһын!