1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Милли кейем көнө-2026

Милли кейем көнө-2026

Апрель 17, 2026 Просмотров: 2
17 апрелдә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә.
Был байрам мәҙәни кодты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән.
Милли кейем көнө - халыҡтарҙы берләштереүсе һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫының байлығын күрһәтеүсе сараларҙың береһе.
Милли кейем – халыҡтың визит карточкаһы, ул быуындан-быуынға тапшырыла килгән тарих, традициялар һәм рухи мираҫ символы.