Шәжәрә - байрам!
Шәжәрә - байрам!
Шәжәрә – ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,
Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә.
Шәжәрәмдә – сал тарихы балаларҙың,
Бөгөн дә, киләсәгем, балаларым.
Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында!
Шәжәрә, ғәрәп телендә ”ағас ” тигән һүҙ. Ағас борон башҡорттарҙа һауаны, ерҙе, Ер аҫтын берләштеререүсе билдә булған. Халыҡтың тормошон сағылдырған. Тамыры - үткәнебеҙ, олоно - бөгөнгөбөҙ,тармаҡ – ботаҡтары-киләсәгебеҙ.
Хәҙерге заманда үҙ нәҫелеңде белеү ҙур актуаль мәсьәлә. Шәжәрә тураһында төшөнсә биреү, үткәндәргә ихтирам тәрбиәләү, шәжәрәләрен өйрәнеү теләген булдырыу, йәш быуынға зауыҡ һәм әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсаты аҫтында, урта "Б" төркөмдә, йыр-бейеүгә сорналған шәжәрә байрамы үтте!
Тәрбиәселәре Сәлимова В.С. һәм Ғәлина А. Ф.